Публикации
Зәйнәб Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәре аша бәхетле булыу серҙәрен өйрәнеү.
Всероссийский сборник статей и публикаций института развития образования, повышения квалификации и переподготовки.
Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: Зәйнәб Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәре аша бәхетле булыу серҙәрен өйрәнеү.
Автор: Гульфина Анваровна Курманова
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: Зәйнәб Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәре аша бәхетле булыу серҙәрен өйрәнеү.
Автор: Гульфина Анваровна Курманова
Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районымуниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһыМораҡ ауылы Башҡорт гимназияһыЗәйнәб Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәре аша бәхетле булыу серҙәрен өйрәнеү. Башҡарҙы: Мораҡ ауылы МБДББУ Башҡорт гимназияһының 3г класы уҡыусыһы Фәхретдинов Айзилә Рәмис ҡыҙы Ғилми етәксеһе: Ҡорманова Гөлфинә Әнүәр ҡыҙы– башланғыс кластар уҡытыусыһы Мораҡ – 2020 Йөкмәткеһе:Инеш. Бәхеткә килеү юлдары - - - - - - - - - 2-се бит Тикшеренеү эшенең актуаллеге Маҡсаттар Тикшеренеүҙең мәсьәләләре Тикшеренеүҙең гипотезаһы Тикшеренеү объекты Тикшеренеү предметы Методтары Практик әһәмиәте Төп өлөш - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - 5-cе бит а) Нимә ул кешелек ҡиммәттәре?б) Кеше өсөн иң кәрәкле ҡиммәттәр.в) Әҫәрҙә кешелек ҡиммәттәренең сағылышы.г) Класташтарымдан һорау-яуап алыу. 3. Йомғаҡлау. Бәхет бәхеттә түгел, ә уны яулауҙа... - - -12-cе бит 4. Ҡулланылған әҙәбиәт- - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - 13-се бит 5. Ҡушымта - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - 14-cө бит Инеш. Бәхет – ул шатлыҡ, ҡыуаныс, тип аңлайым мин. “Бәхет-ул юғары ҡәнәғәтлек тойғоһо, уңыш”- тип аңлатыла С.И.Ожегов һүҙлегендә. Донъяла бәхетле булырға теләмәгән кеше юҡтыр. Барыбыҙҙың да иҫән-һау булғыһы, яҡшы уҡып, уңыштарға өлгәшеп, рәхәт тормошта, ата-әсәһе, туғандары менән бергә, ҡыуаныста йәшәгеһе килә. З.Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәрен уҡып, бәхетле булыу серҙәрен өйрәнергә булдым һәм тикшеренеү эше астым. Төрлө китаптарҙан ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың бәхет тураһында яҙмаларын өйрәндем. Бына яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева бәхеткә килеү юлын нисек аңлата: “Кеше донъяға тыуған икән, үҙ мәнфәғәтен хәстәрләп кенә йәшәмәй, ул өс төп бурысын үтәргә тейеш.1) тәбиғәт алдында – атай-олатайҙарҙан ҡалған тәбиғәт байлығын тағы ла ишәйтеү;2) кешелек донъяһы алдында – үҙенән һуң тағы ла аҡыллыраҡ, белемлерәк, камилыраҡ нәҫел ҡалдырыу;3) милләте алдында – быуындан-быуынға, быуаттан-быуатҡа күсә килгән традицияларҙы һаҡлау һәм үҙ балаларыңда дауам итеү.Ошондай оло маҡсаттар менән йәшәгән кеше ниндәй шарттарҙа булһа ла юғалып ҡалмаҫ һәм бәхетле булыр.Теманың актуаллеге шунда: тормош ҡайһылай табан үҙгәрмәһен, кешеләр йәшәү өсөн ниндәй генә йүнәлеш алмаһын, кешелек ҡиммәттәре үҙгәрмәй – ул мәңгелек.Тикшеренеү эшенең маҡсаты: 1. Кешелек ҡиммәттәре төшөнсәһенең мәғәнәһен асыу, уның төрҙәрен өйрәнеү;2. Зәйнәб Биишеваның әҫәрендә кешелек ҡиммәттәренең сағылышын асыҡлау;3. Яҙыусының әҫәрҙә бәхетте нимәлә күреүен табыу.Эштә түбәндәге мәсьәләләр сиселә: 1. Бәхет төшөнсәһенең мәғәнәһен асыу, уға килеү юлдарын өйрәнеү;2. Ошоға ҡағылышлы материалдар туплау;3. Класташтарым менән анкета үткәреү, интервью алыу, уларҙы анализлау.Тикшеренеү эшенең гипотезаһы: Бәхет – ул үҙ мәнфәғәтеңде генә хәстәрләү түгел, ә үҙ милләтең, кешелек тәбиғәт алдындағы бурысыңды аңлауҙа һәм уны үтәүҙә. Тимәк, кешелек ҡиммәттәрен өйрәнмәй тороп, бәхеткә юлды асып булмай.Тикшеренеү эшенең объекты: Зәйнәб Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәре.Тикшеренеү эшенең предметы: әҫәрҙә кешелек ҡиммәттәренең сағылышы.Тикшеренеү эшенең методтары:1. сығанаҡтарҙы өйрәнеү, анализлау;2. уҡыусылар араһында анкета үткәреү, интервью алыу;3. сағыштырыу.Практик әһәмиәте: Кеше минең тикшеренеү эшемде уҡып, бәхеткә килеү юлдарын, серҙәрен аңлаясаҡ. Төп өлөш.Нимә һуң ул кешелек ҡиммәттәре? Был һорауға яуап эҙләп ихтибарҙы С.И.Ожегов һүҙлегенә йүнәлтттем. Һүҙлектә: “Кеше тормошта нимәне баһалай, нимәгә ыңғай ҡараш тыуҙыра – шул ҡиммәттәр, улар - кәрәкле, файҙалы, мөһим, ”- тип билдәләнелә. Йәмғиәт ҡайһылай ғына үҙгәрмәһен, кешеләр йәшәү өсөн ниндәй генә йүнәлеш алмаһын, иң мөҡәдәс ҡиммәттәр үҙгәрмәҫкә тейеш. Кеше матди байлыҡтың ниндәй генә юғарылығына етмәһен, ниндәй генә бөйөклөк яуламаһын, шатлығыңды уртаҡлашыр яҡын кешең булмауы, күңелеңә ятҡан эш башҡармау, өйөңдә туған телеңдә һөйләшмәү һәм йырламау, ялан аяҡ тәпәй баҫҡан тупрағыңдан ситтә булыу – иң ҙур бәхетһеҙлек. Кеше өсөн иң кәрәкле ҡиммәттәрҙән мәхрүм булыу рухи сиргә килтерә. Ғалимдар кешелек ҡиммәтәрен төрлө тармаҡтарға бүлә. Улар:КЕШЕЛЕК ҠИММӘТТӘРЕВАТАНҒАИЛӘ ЕР ХЕҘМӘТ ДУҪЛЫҠ ҺАУЛЫҠ ҒИЛЕМЗәйнәб Биишева үҙенең әҫәрендә төп геройы Кинйәбайҙың үҙ бәхетенә төрлө ауыр һынауҙар аша килеүен күрһәтә. Тимәк, бәхет еңел генә бирелмәй. Бәхет өсөн намыҫ, дөрҫлөк, тырышлыҡ менән көрәшергә кәрәк. Кинйәбайҙы ниндәй эштәре бәхеткә илтә һуң? Иң беренсе, ул ағаларынан айырмалы рәүештә, ата һүҙен тота, уның ҡушҡанын бөтә көсөн һалып үтәй. Икенсенән, ысын егет маҡсатына ирешмәйенсә тынысланырға тейеш түгел, - ти ул, һәм бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сығып, бәхет ҡыҙы – Сәлимәне таба, уның тылсым – бәхет балдағын халыҡҡа бирә. Атай кешенең дә балаларына дөрөҫ аҡыл биреүе һыҙыҡ өҫтөнә алына: “Үкенмә һин, эш уҙғас,Үҙ өлөшөңә төшкәнКөмөшөң шулай булғас”. (1;81)Тимәк, кеше ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә сабырлы булып, яҙмышына риза булырға тейеш. Атай кеше балаларына ҡарата ғәҙел: ул өс балаһына өй һалыша, бөтә мал-мөлкәтте уларға тигеҙләп бүлеп бирә. Кешелек ҡиммәттәренең сағылышы әҫәрҙә бихисап. Зәйнәб Биишеваның был әҫәре бик ҙур тәрбиәүи мәғәнәгә эйә тип әйтә алабыҙ.Тикшеренеүҙең һөҙөмтәһе: Тикшеренеү эше барышында кешелек ҡиммәттәрен төплө өйрәндем, Зәйнәб Биишеваның бәхет төшөнсәһен нимәлә күреүен асыҡланым.Класташтарымдан һорау-яуап алыу. Нимә ул бәхет? ( уларҙың яуаптары ): Гөлнәзирә:Минең өсөн бәхет-ул кешенең иҫән-һау булыуы, ата-әсәйҙең оҙон ғүмерле булыуы, яныңда туғандарың булыуы, уларҙың иҫәнлек, һаулығы. Мин бәхетле, сөнки мин ауырымайым, һау. Бөтә кешегә һаулыҡ теләйем. Тимур:Минең өсөн бәхет – ул минең атайым, әсәйем. Иҫән-һау булһын минең ғаиләм! Уралиә: Ғаиләм бәхетле булһа, мин дә бәхетле. Вадим абызыйым, Илсур ҡустым йылмайһа -шул бәхет. Камил: Ғаиләм менән бергә төрлө байрамдар уҙғарыу, шул бәхет. Бәхет –ул теләктәрҙең ҡабул булыуы, теләгән бүләгеңде ҡулыңа алыу. Лилиә:Бәхет - ул атай-әсәйҙең, бөтә кешеләрҙең иҫән-һаулығы, уларҙың теләктәре тормошҡа ашыуы. Йәмилә:Минең өсөн бәхет – ул ғаиләм, тәбиғәтебеҙ бер ваҡытта ла бысранмаһын, ул үҙенең матур миҙгелдәре менән беҙҙе ҡыуандырып торһон! Бына шул бәхет! Илшат:Бәхет- ул минең ғаиләм, һаулыҡ һәм белем. Илназ:Бәхет - ул яратҡан кешеләреңдең яныңда булыуы, теләгән бүләгеңде алыу. Инсаф:Миңә бик күңелле булған ваҡыттар- бәхет, тип уйлайым. Фидан:Ғаиләм, туғандарым, дуҫтарым ауырымаһа, илебеҙ тыныс булһа- шул бәхет. Лилиә:Кеше ҡыуаныста булған ваҡытта, бәхетле була. Мәктәптә яҡшы уҡып, әсәйемде гел ҡыуандырғым килә. Әсәйем ҡыуанһа, мин бәхетле булам. Ильяс:Атай-әсәй ауырымай, яҡшы йәшәһә -шул бәхет. Туғандарың, дуҫтарың һине ташламай ярҙам итһә, дуҫтарың һине ҡайғыртһа- шул бәхет. Күреүебеҙсә, класташтарым бәхетте төрлө яҡлап күрә, әммә һәр-береһе иң беренсе ғаилә именлеген теләй. Был дөрөҫ, сөнки бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Ғаилә күрке - ил күрке. Ғаиләһен яратҡан кеше тыуған илен, ерен, тыуған телен дә яратыр тип, өйрәтә беҙҙе уҡытыусыбыҙ. Мин дә шулай тип уйлайым. Йомғаҡлау.Зәйнәб Биишеваның “Бәхет ҡыҙы хаҡында әкиәт” әҫәре өҫтөндә ғилми-тикшеренеү эше алып барып, мин кешелек ҡиммәттәрен өйрәндем, уның төрҙәрен барланым, бәхеткә килеү серҙәрен асыҡланым. Уҡыусылар араһында анкета үткәреп, интервью алып, уларҙың бәхет төшөнсәһен нисек аңлауҙарын белдем. Ф.М.Достоевский “Бәхет – бәхеттә түгел, ә уны яулауҙа” – тигән. Әҫәрҙә төп герой Кинйәбай үҙенең бәхетенә ҡыйыулыҡ, тырышлыҡ, намыҫлыҡ, төрлө һынауҙар аша килә. Бәхет еңел генә бирелмәй, уның өсөн көрәшергә , үҙеңдә бик күп яҡшы сифаттар тәрбиәләргә кәрәк, икәнлекте аңланым. “Тәүфиҡ алдан, бәхет арттан” тигән мәҡәл беҙгә шуны аңлата ла икән.Тимәк, аҡыллы, тәртипле, тәрбиәле кешегә бәхет һис шикһеҙ эйәрә. Ә тәрбиәле кеше башҡаларҙың да бәхетле булыуын теләйәсәк.Әҫәрҙең асылы шунда: яҙыусы үҙ бәхетен үҙендә генә түгел, ә халыҡтың бәхетле көнөндә – шат, тыныс йәшәүендә күрә. Тимәк, халҡыбыҙ бәхетле икән – ул да бәхетле. Тикшеренеү эшенең гипотезаһы тулыһынса раҫланды. Эйе, яҙыусының был фекерен уның шиғыр юлдары ла дәлилләй. “Йәшәү бәхете - күңел сафлыҡта,Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, сафлыҡта,Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөнХеҙмәт аша тыуған хаҡлыҡта”. Ҡулланылған әҙәбиәт:1. З.Биишева “Ел – ел арбам”. Әкиәттәр. Өфө: Арҡайым, 2013 й. – 114 бит.2. М.С.Бураҡаева . Тормош һабаҡтары. Өфө: “Китап”, 2011 й. – 200 бит.3. Р.К.Хажиева “Бәхетле булыу серҙәре”. Өфө: “Китап”, 2014 й. – 76 бит.4. А.И.Кравченко, Е.А.Певцова “Йәмғиәтте өйрәнеү”. М.: ООО “Рус һүҙе”, 2011.5. С.А.Рубенштейн “Дөйөм психология нигеҙҙәре”. СПб: Питер, 2008.