Публикации
ПРЕПОДАВАНИЕ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА НА ОСНОВЕ БАШКИРСКОГО
Всероссийский сборник статей и публикаций института развития образования, повышения квалификации и переподготовки.
Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: ПРЕПОДАВАНИЕ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА НА ОСНОВЕ БАШКИРСКОГО
Автор: Гатина Айсылу Мусиновна
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: ПРЕПОДАВАНИЕ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА НА ОСНОВЕ БАШКИРСКОГО
Автор: Гатина Айсылу Мусиновна
БАШҠОРТ ТЕЛЕ НИГЕҘЕНДӘ ИНГЛИЗ ТЕЛЕН УҠЫТЫУ ПРЕПОДАВАНИЕ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА НА ОСНОВЕ БАШКИРСКОГО Аннотация: Башҡорт теле нигеҙендә инглиз телен уҡытыу телгә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерә. Инглиз теле дәрестәрендә башҡорт теленә таяныу уйланылған һәм маҡсатлы булырға тейеш.Бигерәктә башланғыс кластарҙа был алымды ярҙамсы сифатында ҡулланыу урынлы. Терәк һүҙҙәр: инглиз телен, башҡорт теле, оҡшаш өндәр, грамматик, лексик материалдар, фразеологизмдар. Тел ул – бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең ижад емеше. Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған тел – һәр белемдең нигеҙе.Һәр телдең артикуляцион базаһы бар,был тел ағзаларының хәрәкәте, торошо менән бәйле. Үҙ телендә һөйләгәндә уҡыусы ул турала уйламай, сөнки туған телдә һөйләшеү бәләкәстән тулыһынса автоматлаша. Әлбиттә, үҙ телен яҡшы белгән кеше сит ил телен дә яҡшыраҡ үҙләштерә. Инглиз һәм башҡорт телдәрендә оҡшаш өндәр бар был яҡтан башҡорттарға һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, дөрөҫ ятларға еңелерәк. Икенсе яҡтан, башҡорт телен белгән кеше генә инглиз телен еңелерәк өйрәнә, тип тә әйтеп булмай. Телде өйрәнеү күп нәмәнән тора: беренсенән, уҡытыусынан, икенсенән, кешенең һәләтенән, өсөнсөнән, иң мөһиме – уның тырышлығынан. Башҡорт теле нигеҙендә инглиз телен уҡытыу телгә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерә. Инглиз теле дәрестәрендә башҡорт теленә таяныу уйланылған һәм маҡсатлы булырға тейеш. Бигерәктә башланғыс кластарҙа был алымды ярҙамсы сифатында ҡулланыу урынлы. Инглиз телен өйрәнеүҙең башланғыс этабында инглиз һәм башҡорт телендәге оҡшаш өндәрҙең булыуы уңайлы (мәҫәлән, теш араһы өнө [θ] һәм [∂], танау [η ]) өндәре менән оҡшаш. Мәҫәлән: беҙ – мы, һеҙ – вы (ҙ[∂].that, this, they), (ҫ[θ]thank, think) киҫеп,(long) [η]) һиңә – тебе, миңә – мне). Туған телгә тағы ла грамматик,лексик материалдарҙы өйрәнгәндә таянырға мөмкин.Мәҫәлән: инглиз телендә лә,башҡорт телендә лә исемдәр күплектә ялғауҙар ярҙамында яһала ( балалар –children, teachers – укытыусылар ,books – китаптар). Инглиз телендә, башҡорт телендәге кеүек, сифаттар зат һәм килеш менән үҙгәрмәй .Улар тик сағыштырыу дәрәжәһендә генә килә һәм был осраҡта һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыла.(long-longer – оҙон-оҙонораҡ). Инглиз телен өйрәнеүҙә туған телгә таяныу текст менән эщләүҙә ярҙам итә, сөнки оҡшаш лексик составлы фразеологизмдар,дөйөм фразеологик идеялар бар ( Мәҫәлән: Яңғыҙ ҡарлуғас яҙ килтермәй. One swallow does not make a spring. Эт өрөп торор, кеше йөрөп торор. The dogs bark, but the caravan goes on; Һауалагы торнанан ерҙәге сәпсек якшы. A living dog is better than a dead lion. A drop of tar spoils a barrel of honey. Бер тамсы дегет бер мискә балды боҙа) Төрлө структуралы телдәрҙәге оҡшаш фразеологик берәмектәрҙең булыуы кешелектең тирә-яҡ мөхит менән бәйләнештәге күп быуатлы тәжрибәһе менән бәйле. Халыҡ аҡылы мәҡәлдәрҙә асыҡ сағыла. Төрлө халыҡтарҙың мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен белеү уҡыусыларҙың сит телде белеү генә түгел, ә уның халҡының мәҙәниәтен, характерын, менталитетын яҡшы өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Күп кенә йомаҡтар, бөтөнләй үҙгәрешһеҙ, быуындан быуынға күп быуаттар буйына тапшырыла Мәҫәлән: Аяғы юҡ, ҡулы юҡ, һүрәт төшөрә ала. – Without hands and feel, but it can build a bridge. – Без рук, без ног, а рисовать умеет. Йомаҡтарҙы, әйтемдәрҙе ҡулланыу инглиз телен яҡшыраҡ үҙләштерергә, һөйләмдәрҙең грамматик төҙөлөшөн өйрәнеүгә ярҙам итә. Әйтемдәрҙе ҡулланыу уҡыусыларға шулай уҡ, ҡыҫҡаса йомғаҡларға өйрәтә. Мәҫәлән: Кем эшләмәй – шул ашамай. – A cating loves catches no mice. (Без труда не вытащищь и рыбку из пруда) Ас кешенең асыуы яман. - A hungry man is an angry man (Голодное брюхо ко всему глухо). Был әйтемдәр уҡыусыларға [t], [tj]өндәрен үҙләштерергә лә ярҙам итә.Улар шулай уҡ a cat, gloves, catches, mice; a man, hungry, angry һүҙҙәрен телмәрҙә ҡулланырға ла өйрәтә. Инглиз теленә тәржемә ителгән мультфильмдар уҡыусыларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уята. Улар аша уҡыусылар һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә, тел байлығын арттыра,телмәр үҫтерә.Мультфильмдарҙың һәр өлөшөн ныҡлы өйрәнеү, телмәр итеү; яңы һүҙҙәрен яҙып алыу, шул уҡ ваҡытта грамматик күнегеүҙәр үтәү ҙә отошло. Шулай итеп, башҡорт теле нигеҙендә инглиз телен өйрәнеү уҡыусыларҙың инглиз телен аңлы рәүештә үҙләштереүен күпкә еңеләйтә. Әҙәбиәт 1. Закирьянов К.З. Активное двуязычие: сущность и функционирование. – Уфа: Китап, 2011. 2. Латыпова Р.М. Важный источник по лексике башкирского языка // Наука и образование в XXI веке. – 2013. 3. Нургалина Х.Б. Природа эмоциональной и стилистической маркированности фразеологических единиц. – Уфа, 2013.