Публикации
“Башҡорт теле дәресендә ҡыҫҡа текстар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү"
Всероссийский сборник статей и публикаций института развития образования, повышения квалификации и переподготовки.
Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: “Башҡорт теле дәресендә ҡыҫҡа текстар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү"
Автор: Абубакирова Юлия Рифкатовна
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: “Башҡорт теле дәресендә ҡыҫҡа текстар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү"
Автор: Абубакирова Юлия Рифкатовна
-Хәйерле көн, жюри ағзалары, конкурсанттар, коллегалар! (СЛАЙД)
Сыуаҡ яҙғы иртәлә һеҙҙе сәләмләүемә шатмын! Ихлас яҙҙай күңелегеҙ асыҡ, йөҙөгөҙ яҡты булһын!
-Экранға иғтибар итегеҙ, һеҙ ни күрәһегеҙ унда?(СЛАЙД)
-Ҡанат.
-Эйе, ҡанат. Ҡанатты уҡытыусы һәм уҡыусы менән бәйләгәндә, был нимәгә ишара икән?
-Рәхмәт яуаптарығыҙға! Балаға белем биргең килһә, уны ҡанатлы ит, тип әйткәндәр.. Ә иң мөһиме уҡыусыға ҡанат биреү өсөн уҡытыусы үҙе лә ҡанатлы булырға һәм туҡтауһыҙ осошта булырға тейеш.
Һеҙҙе барығыҙҙы ла “Башҡорт теле дәресендә ҡыҫҡа текстар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү” тип аталған оҫталыҡ класына осошҡа саҡырам. (СЛАЙД)
Ҡала шарттарында, төрлө милләт балалары йыйылған класта, башҡорт теле уҡытыусыларының мөһим бурыстарының береһе уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү. “Нисек быға ирешергә? Ниндәй алымдар ҡулланырға” тигән һорауҙар тыуа. Мин быны ҡыҫҡа текстар ярҙамында тормошҡа ашырам. Ҡағиҙәне күпме генә уҡытһаң да, телгә өйрәтеп булмай, ә матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша башҡорт телен өйрәтергә мөмкин. Ошо әйтелгән фекер оҫталыҡ класымдың актуаллеген һөйләй.
Оҫталыҡ класымдың маҡсат һәм бурыстарын һеҙ экранда күрәһегеҙ. (СЛАЙД)
Маҡсат: “Башҡорт теле дәресендә ҡыҫҡа текстар аша уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү” темаһы буйынса уңышлы һәм отошло тип һанаған эш алымдары менән уртаҡлашыу.
Бурыс:
-оҫталыҡ класында ҡатнашыусыларға профессиональ үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыуға юл күрһәтеү;
-уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә булышлыҡ итеүсе алымдар именән таныштырыу, уларҙы практикала ҡулланыу юлдарын өйрәтеү.
-Хөрмәтле коллегалар һәм мастер-класта ҡатнашыусылар, бөгөнгө мастер-класс ниндәй текст ярҙамында ойошторола икәнен асыҡлау өсөн һеҙгә куар-кодты асыуығыҙҙы һорайым. (СЛАЙД –ҠУШЫМТА. ЮЛИӘ ӨФӨ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘЙ)
-Тимәк, беҙҙең текст нимә тураһында?
-Тап шулай. Бөгөн беҙҙең мастер-класс ошо текст менән бәйле барасаҡ. Һеҙгә 3 –сө класс программаһына ярашлы башҡорт, инглиз, рус телендә төҙөлгән”Өфө ҡалаһы” тип аталған текст тәҡдим итәм.(СЛАЙД) (ТЕКСТТАР ТАРАТЫЛА)
-Хөрмәтле баһалама ағзалары! Шулай уҡ һеҙгә таратып бирелгән текстар 3-сө класс башҡорт дәүләт теле өсөн төҙөлгән. Ошондай текстар программаға ярашлы 22 темаға әҙерләнгән.
Текстар нисек телмәр үҫтерергә ярҙам итә? Һеҙҙең иғтибарға телде практик үҙләштереү өсөн бер нисә алымды тәҡдим итәм.
-Хөрмәтле дуҫтар, һеҙгә шундай эш төрө тәҡдим итәм: тексты ике телдә, йәғни башҡорт һәм инглиз телендә сағыштырып, оҡшаш яңғырашлы өндәр булған һүҙҙәрҙе билдәләп сығығыҙ. (СТУДЕНТТАР ЭШЛӘЙ)
-Әлбиттә, телмәр үҫтергәндә өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү мөһим этаптарҙың береһе. Һәр телгә үҙ өндәр әйтелеше хас. Әммә лингвистар иҫбатлауынса, донъя телдәренең өстән ике өлөшөндә оҡшаш өндәр бар.
-Был текста ике тел араһында ниндәй оҡшаш өндәр таптығыҙ. Зинһар, атап үтегеҙ. (СТУДЕНТТАР ЯУАБЫ)
-Рәхмәт яуаптарға.(СЛАЙД) Башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҫҡаҡ текстар менән эшләгәндә тап шул өндәр яңғырашына һәм әйтелешенә инглиз һәм башҡорт телдәрен сағыштырыу аша иғтибар йүнәлтәм. Телдәр араһындағы уртаҡ тел күренештәрен сағыштырып өйрәнеү яҡшы һөҙөмтәләр бирә.
Был эш төрөн беҙ бик уңышлы башҡарып сыҡтыҡ. Мин һеҙҙең эшегеҙҙән ҡәнәғәтмен. Йылмайып ҡарап торайым әле.
(ТАҠТАҒА СМАЙЛИК ҠУЯ)
Киләһе эш төрөнә күсәйек. Иғтибар, экрандағы һүрәттәр бирелгән текстҡа тура киләме йә килмәйме? Әйҙәгеҙ, кәрәкмәгән һүрәттәрҙе алып ташлайыҡ. (СТУДЕНТТАР ЯУАБЫ)
-Рәхмәт! Ҡалған һүрәттәр ярҙамында әлеге тексты һөйләп бирегеҙ (СЛАЙД)
-Ҙур рәхмәт! Әле генә Балаға таныш булмаған биш һүҙҙе үҙләштерергә бирһәң, ул ыҙаланыр. Шунда уҡ биш һөйләмде картинаға ҡушып бирһәң, уны шунда уҡ үҙләштерер тигән аҡыллы фекерҙе иҫбат иттек.
Был эш төрөн тиҙ башҡарҙығыҙ. Һеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдығыҙ.
(ТАҠТАҒА СМАЙЛИК ЙӘБЕШТЕРӘ)
-Артабан, киләһе эш төрөн “Тексты реставрациялау” тип атаным. һеҙгә, дуҫтарым, йәш үҙенсәлегегеҙҙе иҫәпкә алып, бер аҙ күнегеүҙе ауырлаштырам. Ошо тексты фразеологизмдар менән байытып сығығыҙ әле(СТУДЕНТТАР ЭШЛӘЙ)
Мәктәп уҡыусыларына текстарҙы синонимдар йә антонимдар менән алыштырып сығырға тәҡдим итәм. Ошондай эш төрҙәре уҡыусыларҙың фекер ҡеүәһен үҫтерә.
-Әҙерһегеҙме?
-Рәхмәт! Ә минең 10-сы класым тексты фразеологизмдар ярҙамында ошолай үҙгәртте (СЛАЙД)
Аралашыу аша беҙҙең арала ЙӘЙҒОРЛО күпер барлыҡҡа килде.
(ТАҠТАҒА КҮПЕР ҠУЯ)
-Киләһе эш төрө. Тексты уҡыусы аңлағанмы икәнен белеү өсөн һорауҙар аша тикшерәбеҙ. Хөрмәтле дуҫтар, икенсе һөйләмгә һорауҙар төҙөгөҙ әле. Кем күпме һорау төҙөр. (СТУДЕНТТАР ЭШЛӘЙ)
- Ошо алымды йыш ҡулланам. Бер һөйләмгә генә төрлө һорауҙар бирелә. Яуаптар ҙа мөмкин тиклем тулы булырға тейеш. Рус мәктәптәрендә ошондай миҫалдағы һорауҙар ҡулланыу ҙур һөҙөмтә бирәсәк.
-Рәхмәт!(СЛАЙД) Ошо рәүешле уҡыусы телмәрен дөрөҫ итеп төҙөргә өйрәнә. Ғәҙәти һорауҙарға ижади һорауҙар ҙа өҫтәлә. Мәҫәлән, быйыл Атайсалға изге ғәмәл башҡарыу йылы. Һеҙ Өфөгә нисек һәм ниндәй изге ғәмәл ҡылырһығыҙ?
Афарин! Бына беҙ һеҙҙең менән бергә үҫештә
(ТАҠТАҒА ЙӘБЕШТЕР)
- Телдәрҙе сағыштырып өйрәнеүгә кире ҡайтайыҡ. Бының өсөн хәҙерге заман технологияһын ҡулланып, платформала киләһе эш төрөн башҡарайыҡ. Ике телдә бирелгән текста хәбәрҙәрҙе табып ҡыҙыл, аныҡлаусыларҙы күк, эйәне йәшел төҫтә һыҙып сығайыҡ.
-Ошондай алым иғтибарлыҡҡа өйрәтә. Материал уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып аңлатылырға тейеш. Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыуҙың яңы технологияларын ҡулланыу уңыштың нигеҙен тәшкил итә. Төрлө төҫтәр ҡулланып эшләү, итибарлы булырға өйрәтә. Мәҫәлән, бала хәбәрҙең һөйләм аҙағында килеүен, аныҡлаусыларҙың исем алдынан ҡулланыла икәненә иғтибар итә башлай. Хәтерҙе үҫтереү өсөн ыңғай һөҙөмтә бирә.
Баланың телмәрен ни тиклем иртәрәк үҫтерә башлайһың – шулай яҡшы. Башҡорт теле дәрестәрендә балалар эҙмә-эҙлекле фекерләргә, фекерен әйтә белергә, һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп һөйләргә өйрәнергә тейеш.
Эшебеҙ тамам. Беҙ белем илендә үҫеш өсөн ҡанат алдыҡ. Уны ла таҡтала билдәләп ҡуяйыҡ. Бына беҙҙең ҡанат.
ТАҠТАЛА ҠАНАТ ҠУЯ
Таҡтаға иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ әле. Килеп сыҡҡан картина һеҙҙә ниндәй уйҙар уята? Ниндәй фекерҙәр бар?
ЯУАП
-Дөрөҫ: , велосипед.Ни өсөн велосипед?
-Велосипед һәр саҡ хәрәкәттә
-Тише едешь, дальше будешь, тиҙәр.
-Рәхмәт яуапарығыҙға. Яңы Велосипед уйлап сығарырға кәрәкмәй тип әйтәләр. Беҙ оҫтаханала велосипед ҡорҙоҡ. Яңы алымдар уйламаныҡ та. Традицион дәрестә ҡулланылған текст өҫтөндә эш, һорауҙар.. Тик был ике телде сағыштырып, заманса технологиялар ҡулланыпп башҡарылған. Заманға ҡулайлаштырылған.
(ПРЕЗЕНТАУЦИЯЛА)
-Экранда ике велосипед күрәһегеҙ. Тәүге велосипед һәм заман велосипеды. Һеҙ ҡайһыһын һайлар инегеҙ?
ЯУАП
-Әлбиттә яңыһын, модалыһын, уңайлыһын.
Беҙ ҙә белем биреүҙе шулай заманға яраҡлаштырырға тейешбеҙ. Алға елеү, юлда ҡоламаҫ өсөн яҡшы велосипедтарҙа хәрәкәттә булыр кәрәк.
һеҙгә ҺОРАУЫМ: минең оҫталыҡ дәресем оҡшанымы?
-Эйе, оҡшаны
-Оҡшаһа, велосипедтар һәр саҡ тигеҙ елһен өсөн юлдар һалығыҙ.
ЮЛ ЭЛӘЛӘР
-Рәхмәт! Башҡорт теленә өйрәтеүебеҙ заман менән бергә тигеҙ юлдарҙан барһын!
