Публикации Уҡытыусы ҡулында - ил киләсәге

Всероссийский сборник статей и публикаций института развития образования, повышения квалификации и переподготовки.


Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: Уҡытыусы ҡулында - ил киләсәге
Автор: Хабибуллина Назиля Разифовна

Уҡытыусы ҡулында – ил киләсәге.Элек-электән мөғәллим, уҡытыусы кешегә айырым бер ҙур хөрмәт, айырым мөнәсәбәт булған. Уҡытыусы кешенең күҙенә генә ҡарап тороп, һәр бер һөйләгәнен йотлоғоп тыңлар, әйткәнен, ошаймы-юҡмы, үтәр булғандар. Сөнки уҡытыусы – ул тере тарих, ул һүҙ оҫтаһы, ул үҙ эшенең белгесе. Замана үҙгәргән һайын кешеләр ҙә үҙгәрә. Элекке замандағы тәрбиә менән хәҙерге заман араһындағы ептәр нәҙегәйгәндән-нәҙегәйә бара, ул бәйләнеш ептәре өҙөлә бара тиәрлек. Уҡытыусылар уҡытыусыһы булған хөрмәтле апайҙарыбыҙ инде хаҡлы ялда. Үҙ уҡыусыларының уҡытыусыһы булыуҙары менән ғорурланып, тыныс ҡына ябай ҡәнәғәтлек менән йәшәп яталар. Эйе, совет осоронда үҫеп, белем, тәрбиә алған уҡытыусыларыбыҙ уҡытты беҙҙе, хәҙерге заман уҡытыусыларын.Улар беҙҙең аңыбыҙға, аҡылыбыҙға әхлаҡ, әҙәп һүҙҙәренең мәғәнәһен индерә алдылар, илебеҙгә ҡарата мөхәбәт, туғандарыбыҙға ҡарата эскерһеҙ ышаныс, керһеҙ матур уйҙар, дөрөҫ фекерләү тәрбиәләнеләр. Хаҡлы ялдағы сал сәсле уҡытыусыларыбыҙ, беҙҙе ҙур тормошҡа сығарып, үҙ эштәрен тейешенсә башҡарҙылар. Хәҙер беҙ – уҡытыусы, беҙ үҙ уҡытыусыларыбыҙҙың ышаныслы алмашы.Алдан әйтеүемсә, замана үҙгәргән һайын, кешеләр ҙә үҙгәрә. Ни ҡәҙәр генә йөрәкте әсендермәһә лә, әхлаҡ, әҙәп аңлатмалары йәш быуындың аңлауында үҙ мәғәнәһен юғалта башланы. Йәш быуын, хәҙерге заман кешеләре туғанлыҡты, дуҫлыҡты онотоп килә, үҙ тамырҙарының ҡайҙа нисек ялғаныуын уйламай ҙа, ҡыҙыҡһынмай ҙа. Бик ҡыҙғаныс, йөрәкте өҙгөс күренеш...Замана бәләһеме был? Кешеләр үҙгәреүеме? Әллә инде беҙ, уҡытыусыларҙың эшләп бөтөрмәүеме? Әллә төптән үк, ата-әсәнән, әбей-бабайҙан киләме был хәл? Яуап табыуы ауыр, бары тик Тамсы тама, тама, ташты тишә тигәнгә ышанып дәрес һайын, уҡыусылар менән аралашҡан һайын, тамсы тамыҙыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Тик барыбер шул һорауҙар яуапһыҙ ҡала. Беҙ ғәйеплеме икән, хәҙерге быуындың әхлаҡ, әҙәп һүҙҙәренең мәғәнәһен аңламағанға әллә инде замана бәләһеме? Башҡортостаныбыҙҙың ҡанлы тарихи яҙмышын беҙ барыбыҙ ҙа хәтеребеҙҙә тоторға, үҙ халҡыбыҙ, тамырҙарыбыҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ бит. Ошо кешелек тигән, яуаплылыҡ, патриотизм тигән төплө мәғәнәле һүҙҙәр беҙҙең тормошобоҙҙан төшөп ҡалмаһын ине, киләсәгебеҙгә еткерә алһаҡ ине.Эйе, нәҡ киләсәгебеҙгә еткерергә ине ошо эскерһеҙ, матур кешелеклелекте, яҡты, ныҡлы киләсәк быуын тәрбиәләй алһаҡ ине. Киләсәк быуын ғына ла түгел, беҙ тәрбиәләгән быуын үҙҙәренең киләсәген тәрбиәләй алырлыҡ булһа ине! Уҡытыусы профессияһы бик яуаплы, сөнки беҙҙең елкәләребеҙҙә киләсәк быуыныбыҙҙың яҙмышы. Беҙҙең аша төрлө киләсәк быуын кешеһе үтә, беҙ бөтә һөнәрҙе лә тәрбиәләйбеҙ. Шахтерҙы ла, врачты ла, төҙөүсене лә, программистты ла, инженерҙы ла, машинистты ла һәм, әлбиттә, уҡытыусының үҙен дә Беҙ уҡытабыҙ.Педагог кескәй йөрәккә юл табып, был бәләкәсте йылғанан күлде айырырға өйрәтеүҙән алып, ҙур юлға сығарғансы өйрәтеүен, уҡытыуын дауам итә. Һәр бер баланы, уҡыусыны үҙ йөрәге аша үткәреп, һәр береһенә белем һәм бәхет теләй.Киләсәгебеҙ! Бары тик балаларыбыҙға миһербанлы булһаң ине һәм беҙҙең балалар ошо матур киләсәккә лайыҡ, киләсәк өсөн әҙер булһалар ине!