Публикации "Повышение мотивации к изучению родного башкирского языка через настольные игры"

Всероссийский сборник статей и публикаций института развития образования, повышения квалификации и переподготовки.


Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: "Повышение мотивации к изучению родного башкирского языка через настольные игры"
Автор: Абубакирова Юлия Рифкатовна

Өҫтәл уйындары – эрудицияны үҫтереү, һүҙлек запасын тулыландырыу, логик фекерләү кеүәһен үҫтереү һәм башҡорт теле дәресен файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреүҙең яҡшы ысулы. Ә иң мөһиме, өҫтәл уйындары – ул йәнле аралашыу.

Пазл-текстар һәм пазл- һүҙлектәр

Баланың аҡылы уның бармаҡтары осонда", - тип яҙа В. А. Сухомлинский. Ҡул суҡтарының үҫешкәнлеге, бармаҡтар хәрәкәтенең камиллығы бала телмәренең формалашыуына, ә телмәр, үҙ сиратында, фекерләү ҡеүәһен, иғтибарҙың, хәтерҙең үҫеүенә булышлыҡ итә. Күп һанлы фәнни тикшеренеүҙәр һәм күҙәтеүҙәр ҡул бармаҡтары үҫеше менән телмәр үҫешенең үҙ-ара бәйләнеше булыуын дәлилләйҙәр. Йәғни, баланың мейеһе бармаҡ осонда «урынлашҡан».

Пазлдар уҡыусының ваҡ моторикаһын үҫтереү менән бер рәттән телмәр формалаштырыуҙа ҙур әһәмиәтле урын тота. Пазлдарҙы дәрестең төрлө этаптарында ҡулланыла ала: темаға сығыу, ял минуты, һүҙлек менән эш, текст өҫтөндә эш. Әлбиттә, башҡорт теленең уҡыу программаһына ярашлы төҙөлгән пазлдарҙы осратып булмай, осраһа ла бик һирәк. Шуға ла ошо йүнәлештә эш тәжрибәһе мөһим.

Пазл-һүҙлектәр дәрестә яңы һүҙҙәр өйрәнгәндә бик уңайлы. Уҡыусылар пазлдар аша яңы һүҙҙәрҙе өйрәнә ала. Был эш төрөн индивидуаль йә күмәкләп башҡарырға була. Башҡорт теленең программаһына ярашлы “Аҙыҡ-түлек”, “Йәшелсәләр”, “Емеш-еләктәр” һ.б. темаларға һүҙлек пазлдары төҙөргә мөмкин.

Пазл-тексттар шулай уҡ иғтибар туплау, фекер үҫтереү, һүҙлек запасын әүҙемләштереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бала иғтибарлы рәүештә пазл төҙөй, текстағы һүҙҙәрҙе лә хәтерендә ҡалдыра, бәйләнешле телмәр формалаша.

Уҡыу программаһына ярашлы төҙөлгән пазл-һүҙлектәр, пазл-текстар башҡорт теле уҡытыусылары өсөн баларҙың телмәрен үҫтереүҙә өҫтәмә бай дидактик материал булып хеҙмәт итәсәк.

Паздар аша уҡыусыларҙа бәйләнешле телмәр формалаштырыу йүнәлешендәге эштең һөҙөмтәлелеге түбәндәгесә баһалана:

  1. Уҡыусыларҙың һүҙлек запасы байый, бәйләнешле телмәре формалаша
  2. Иғтибар, хәтер нығына, логик фекерләүе үҫешә, һау-сәләмәт быуын тәрбиәләнә
  3. Башҡорт телендә яңы материалды үҙләштереүҙең сифаты күтәрелә, белем биреү эффектын көсәйә.

“Мемо” өҫтәл уйыны

“Мемо” уйыны иғтибар һәм хәтер үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Уйын балалар һәм өлкәндәр өсөн яраҡлы, концентрацияны, күреү хәтерен һәм логик фекерләүҙе үҫтерергә ярҙам итә. “Мемо” уйынын башҡорт теле дәресендә “Башҡортостан”, “Башҡортостандың иҫтәлекле урындары” темаларын үткәндә, уҡыусыларҙың үҙ тыуған ере буйынса мәғлүмәттәр биреү һәм нығытыу маҡсатындаҡулланырға мөмкин.

Тәҡдим ителгән “Мемо” уйыны “Башҡортостандың иҫтәлекле урындары” темаһына арналған.

Уйын ҡағиҙәһе: “Мемо” уйыны карталарында Башҡортостандың иҫтәлекле урындарының фотолары бирелгән. Карталар буталып, сетка рәүешендә (мәҫәлән, 5x4 йәки 5x6) һалына. Уйынсылар сиратлап, ике картаны әйләндерә. Әгәр карталағы һүрәттәр тап килһә, уйынсы уларҙы үҙенә ала һәм өҫтәмә йөрөш ала. Әгәр карталар тап килмәһә, уйынсы уларҙы кире йөҙө менән аҫҡа әйләндереп һала һәм йөрөш киләһе уйынсыға күсә. Тап килгән һүрәттәрҙе асыу өсөн уйынсыларғакарталарҙың урынлашыу тәртибен иҫтә тота барыу кәрәк. Иң күп карталар йыйған уйынсы еңә.

“Йомробаш” өҫтәл уйыны

“Йомробаш” өҫтәл уйыны һүҙлек запасын арттыра, логик фекерләүҙе, иғтибарҙы, ҡатнашыусыларҙың хәтерен киңәйтә. Ул балаларға ла, өлкәндәргә лә берҙәй оҡшай. Уйындың маҡсаты: һүҙлек байлығын арттырыу, иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте үҫтереү.

Уйын ҡағиҙәләре: “Йомробаш” өҫтәл уйынында ике рәттә "Категориялар" һәм "Хәрефтәр" карталары бирелә. Уйынды иң шәп уйынсы башлай. Ул “Категориялар” рәтенән һәм “Хәрефтәр” рәтенән өҫкө карталарҙы аса. Уйынсы бирелгән хәрефтән башланған һәм категорияға тура килгән һүҙҙе әйтергә тейеш (мәҫәлән, Ө хәрефенә сифат: өлгөлө.) Беренсе булып, кәрәкле һүҙҙе әйткән кеше карталарҙы үҙенә ала һәм йөрөш уға күсә.

“Аҙымдар” өҫтәл уйыны

Өҫтәл уйындары – эрудицияны үҫтереү, һүҙлек запасын тулыландырыу, логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү һәм ял ваҡытын файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәреүҙең яҡшы ысулы.

“Аҙымдар” -башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен өйрәнеүгә арналған уйын. Уның төп маҡсаты – балаларҙа тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү. “Аҙымдар” уйынын башҡорт теле дәресендә “Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте”, “Башҡортостандың иҫтәлекле урындары” темаларын үткәндә, уҡыусыларҙың үҙ тыуған ере

буйынса мәғлүмәттәр биреү һәм нығытыу маҡсатындаҡулланырға мөмкин.

Уйын ҡағиҙәләре: “Аҙымдар” уйынын бер юлы бер нисә кеше уйнай ала. Уйнар өсөн уйын майҙаны, фишкалар, кубик кәрәк.Уйнаусыларҙың сиратын билдәләргә, фишкаларҙы таратып бирергә кәрәк. Һәр уйынсының алдында фишкалар ята. Уйынсы кубикты ырғыта һәм ниндәй һан төшә, шул тиклем фишкаһын алға йөрөтә. Әгәр уҡыусыға һары төҫ эләкһә, ул карточка ала һәм һорауға яуап бирә. Әгәр ҡыҙыл төҫ эләкһә, кире стартҡа әйләнеп ҡайта, ә инде күк төҫ эләкһә, тағы ла кубик ырғыта.

“Кәрәҙ” өҫтәл уйыны

“Кәрәҙ” өҫтәл уйыны уҡыусыларҙың һүҙлек запасын арттыра, логик фекерләүҙе, иғтибарҙы, ҡатнашыусыларҙың хәтерен киңәйтә. Уйындың маҡсаты: һүҙлек байлығын арттырыу, иғтибарлылыҡты, сослоҡто, етеҙлекте үҫтереү, балаларҙа тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү.

Уйын ҡағиҙәләре: “Кәрәҙ”уйынын бер юлы бер нисә кеше уйнай ала. Ундағы һорауҙар мәктәп программаһына ярашлы төҙөлдө. Шулай уҡ олимпиада һорауҙары ла һайлап алынды.

Уйында ҡатнашыусылар алдында буш кәрәҙҙәр һәм уйын майҙаны. Беренсе уйынсы уҡты өйрөлтә, тура килгән темаға кәрт ала һәм һорауға яуап бирә. Кем беренсе буш кәрәҙҙәрҙетултыра, шул еңеүсе була. Әгәр уйынсыға башҡорт ҡыҙы һүрәте эләкһә, башҡорт халҡының милли костюмдары тураһында һорауҙар буласаҡ. Әгәр уйынсыға тирмә эләкһә, мәҙәниәткә ҡағылышлы һорауҙар, ҡурай сәскәһе тура килһә, Башҡортостан тәбиғәте, ҡалалары, райондары хаҡында, Салауат Юлаев эләкһә, батырҙар тураһында, ә Мифтахетдин Аҡмулла эләкһә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте тураһында һорауҙар яңғыраясаҡ.

Әгәр бал ҡорто эләкһә, уйынсы теләгән теманы һайлай ала. Дөрөҫ яуап бирмәһә, йөрөш икенсе уйынсыға күсә.

Өҫтәл уйыны «Йылғыр»

Өҫтәл уйыны «Йылғыр» уҡыусыларҙа сәм, ярыш теләге уята. Уйынсыларҙың һәр береһе, йәшенә ҡарамай, интеллектуаль йәһәттән ал бирмәҫкә тырыша. Сослоҡта, етеҙлектә, зирәклектә, иғтибарлылыҡта, һиҙгерлектә ярыша. Теманы нығытҡанда был уйын ҙур ярҙам итә.

Был уйын уҡыусыларҙың телмәрен, хәтерен, иғтибарын, тиҙлеген үҫтереүгә һәм һүҙлек запасын арттырыуға булышлыҡ итә. «Йылғыр» уйынын дәрестең төрлө этаптарында ҡулланып була: темаға сығыу, ял минуты, һүҙлек менән эш, текст өҫтөндә эш. Командаға бүленеп уйнау мөмкинселеге лә бар. Ә ундай уйындар балаларҙы берләштерә, үҙ-ара ярҙам итергә, командала эшләргә, үҙ инициативаһын күрһәтергә һәм башҡаларҙың фекерен хөрмәт итергә өйрәтә.

Уйындың ҡағиҙәһе:

Бирелгән ижеккә һүҙҙәр әйтергә кәрәк буласаҡ. Был ижек һүҙҙең башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла була ала. Ижектәргә һүҙҙәрҙе тиҙ әйтеү һорала. Шартлатҡыс тауыш сығара башлау менән икенсе уйнаусыға биреү кәрәк. Тик һүҙҙе әйткәндән һуң ғына. Әгәр уҡыусы һүҙҙе әйтеп өлгөрмәһә, шартлатҡыс шартлаһа, был карточка унда ҡала. Уйын аҙағында иң әҙ карточка йыйған уҡыусы - еңеүсе була.