Публикации Проблемы и перспективы изучения башкирского языка

Всероссийский сборник статей и публикаций института развития образования, повышения квалификации и переподготовки.


Скачать публикацию
Язык издания: русский
Периодичность: ежедневно
Вид издания: сборник
Версия издания: электронное сетевое
Публикация: Проблемы и перспективы изучения башкирского языка
Автор: Хабибуллина Назиля Разифовна

Төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттары: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уның талаптарының үтәлешеБөгөн белем биреү системаһы, мәғәриф өлкәһендәге үҙгәрештәр заман дәрестәренә яңа талаптар ҡуя. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында улар асыҡ сағылыш таба.ФГОС индереү шарттарында башҡорт теле дәрестәренә талаптарЯңы стандарттар индереү шарттарында дәрестең яңылығы нимәлә?
  • Методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған дәрес яҡшы йыһазландырылған кабинетта уҙғарылырға тейеш. Дәресте заман талаптарына тура килерлек итеп үткәрер өсөн компьютер, уның интернет селтәренә тоташҡан булыуы, мультимедиа проектор, электрон дәреслектәр булыуы мотлаҡ бер шарттыр.
  • Уҡытыусы үҙ эшмәкәрлеген һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген планлаштырырға һәм һәр дәрес башында аныҡ итеп маҡсат, бурыстарҙы билдәләргә тейеш. Ысынлап та нисә йыл әйтеп килһәк тә был талап әле үтәлә тип әйтеп булмай. Дәрес башында маҡсаттар теүәл ҡуйылмай. Иң ҡулайы уҡытыусы үҙе әйтеп биреүе түгел, ә уҡыусыларҙың үҙҙәренән маҡсат, бурыстарҙы билдәләтеүе, әйттереүе.
  • Дәрес проблемалы һәм үҫтерешле, уҡытыусы уҡыусыларҙы эшмәкәрлеккә йүнәлдерә һәм уларҙы класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтә белергә тейеш. Яңы стандарт буйынса дәрестә бирелгән эште төркөмдәрҙә башҡарыу ҡулай тип табыла. Ысынлап та уҡыусылар был осраҡта бер-береһе менән аралаша, бер-береһенең белемен тулыландыра, һәр бала эштә ҡатнаша килеп сыға, бе-береһен тыңларға өйрәнә.
  • Уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуацияларын ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген активлаштыра алырға тейеш.
  • Яңы стандарттар буйынса уҡыусыға әҙер мәғлүмәт, әҙер белем бирергә түгел, ә уларҙы ошо мәғлүмәт- белемдәрҙе үҙаллы ҡыҙыҡһынып, эҙләнеп таба белергә өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла беҙҙең алдыбыҙға. Ысынлап та ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ситуация, проблеманы сисеү аша табылған белем ҡыҙыҡлыраҡ та була, хәтерҙә лә нығыраҡ һаҡланалыр. ҘҘҘҘҘ
  • Репродукция минимум, ә күберәк ижад һәм ижадташлыҡ булырға тейеш. Элеккесә тема аңлатҡас, ошондағы күнегеүҙәрҙе үтәү: мәҫәлән, сифаттарҙы табығыҙ, дәрәжәләрен билдәләгеҙ йәки сифаттарҙы тейешле урындарына ҡуйығыҙ кеүек репродуктив биремдәр ҡарала ине. Уларҙы үтәгәндә уҡыусы тар фекер йөрөтә, универсаль уҡыу күнекмәләре үҫешмәй.
  • Ваҡытты рациональ ҡулланыу һәм һаулыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Дәрес сиктәрен яңы стандарттар буйынса ла оноторға тейеш түгелбеҙ: уның ваҡыты сикләнгән һәм уны файҙалы итеп ҡулланыу бурысы тора беҙҙең алда. Яңы стандарт буйынса мәктәптә һаулыҡ һаҡлауға ла ҙур урын бирелә. Уны ла төрлөсә хәл итеп була: 5,6 кластарҙа ял минуттары үткәрәм йә булмаһа киреһенсә, арып китһәләр, баштарҙы ҡулға һалып тып-тын ғына ятып торорға, был ваҡытта тыныс ҡына көй уйнатырға мөмкин. Кластың активмы, пассивмы икәнлегенә ҡарап инде уныһы. Ҙурыраҡ кластарҙа, ял иттереп алыу өсөн, спорт менән, таҙалыҡ менән бәйле, файҙалы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырырға мөмкин. Тестар эшләтеп тә алып була.
  • Дәрес үҙәгендә уҡыусылар булырға тейеш. Был һәр ваҡытта шулай булды. Ҡайһы бер төплө белемле уҡытыусылар ҙа, онотоп ташлап, дәрестең күп ваҡытын үҙҙәре һөйләп үткәрә, ә беҙҙең маҡсат, киреһенсә, уҡыусыларҙы нисек тә күберәк, файҙалыраҡ эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.
  • Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен һәм индивидуаль үҙенсәлектәрен, шулай уҡ кластың профилле булыуы, уҡыусыларҙың тырышлығы иҫәпкә алынырға тейеш. Әлбиттә кластың белем кимәленә ҡарап дәрестә ҡулланаһы биремдәрҙе, алымдарҙы һайлайбыҙ. Улай ғына ла түгел, бер үк дәрестә ултырған балаларға ла төрлө ауырлыҡтағы эштәр һайлайбыҙ. Класта бер үк төрлө белем кимәле булған балаларҙан бер нисә төркөм төҙөп, эште төркөмдәрҙә башҡарырға ла мөмкин.
  • Кире бәйләнеш булдырырға тейеш;
  • Дәрес йылы мөнәсәбәттә үтергә тейеш;
  • Рефлексия булырға тейеш. Релексия дәрестә һәр саҡ булды, ләкин әле талап ителгән кимәлдә түгел. Дәрес оҡшанымы, тема аңлашылдымы кеүек формалар аша ғына ойошторола ине ул. Хәҙер иһә: Ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Маҡсаттарға ирештекме? Нисек? Һөҙөмтәләр ниндәй? Тағы ла нимәләр эшләргә тейешһегеҙ? Бөгөнгө белемде тормошта ҡайҙа һәм нисек файҙаланырга мөмкин? Һинең бигерәк тә ҡайһы эшең уңышлы килеп сыҡты? Алға таба нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?